Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршы алды. Ошо уңайҙан Моряктар союзы Сибай ҡалаһында “Ватан һаҡсыларына--хәрби моряктарға һәм диңгеҙ йәйәүлеләренә” һәйкәлен булдырырға ниәтләй. Әле әҙерлек эштәре башланды. Һәйкәл ҡаланың “Тәҡүә” мәсете янында буласаҡ.