Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты пландан тыш тикшереү уҙғарҙы.
Өфө ҡалаһының Йәлил Кейекбаев урамы, 13 адресы буйынса урынлашҡан йортта йәшәүселәр йылылыҡ буйынса торлаҡ-коммуналь хаҡтарының үтә юғары булыуына зарлана. Был тикшереү үткәрергә сәбәп була ла инде.
Һөҙөмтәлә, "БашРТС" йәмғиәте дөрөҫлөккө тап килмәгән күрһәткестәр барлығын асыҡлай. Бөгөнгө көнгә йылылыҡ буйынса түләүҙәрҙән дөйөм алғанда 1359189,22 һум кире ҡайтарылған.