Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2020, 11:40

Эш эҙләүселәр өсөн яңы портал

Ҙур предприятиеларға вакансияларҙы урынлаштырыу, шулай уҡ эш эҙләүселәрҙең исемлеген ҡарай алыу мөмкинлеге булдырыла. Тимәк интернет селтәре аша ғына ғариза тултырып ҡалдырыусыларҙы эш үҙе табасаҡ.

Рәсәй президенты Владимир Путин хөкүмәткә вакансиялар эҙләү һәм урынлаштырыу өсөн берҙәм интернет - платформа төҙөү мәсьәләһен 1 июлгә тиклем хәл итеүҙе һораны. Хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһындағы кәңәшмә йомғаҡтары Кремль сайтында баҫылып сыҡты.
Вакансиялар порталы ойошмаларға һәм эш эҙләүсе граждандарға яңы мөмкинлектәр бирә. Шулай уҡ ҙур предприятиеларға вакансияларҙы урынлаштырыу, шулай уҡ эш эҙләүселәрҙең исемлеген ҡарай алыу мөмкинлеге булдырыла. Тимәк интернет селтәре аша ғына ғариза тултырып ҡалдырыусыларҙы эш үҙе табасаҡ. Бында йәйге ял ваҡытында студенттар өсөн дә ваҡытлыса эш табыу мөмкинлеге бар, шул иҫәптән үҙҙәренә өҫтәмә мәшғүллек эҙләүселәргә лә был порталдың уңайлы булырына шик юҡ.
#В.В.ПУТИН
Читайте нас: