Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2020, 00:26

Сәғәт һуҡҡан көн

Башҡорттарҙа борон-борондан 7 июнде сәғәт һуҡҡан көн, тиҙәр. Ошо мәлдән алып һыу инергә, йылы тупраҡҡа йәшелсә ултыртырға мөмкин булған. Йәй ултырыуы, йәғни көн йылыныуы башлана.

Башҡорттарҙа борон-борондан 7 июнде сәғәт һуҡҡан көн, тиҙәр. Ошо мәлдән алып һыу инергә, йылы тупраҡҡа йәшелсә ултыртырға мөмкин булған. Йәй ултырыуы, йәғни көн йылыныуы башлана. Был көндө ҡайын япрағы йыйып, мунса инәләр, йыуынып таҙарыналар. Байрам ваҡытында "сәғәт һуҡҡан көн һабантуй кеүек үтә" ти халыҡ: көрәш, ат сабыш, йүгереш була. Был байрам ял көнөнә тура килеү-килмәүенә ҡарамай үтәлә, бөтөн тирә-яҡ ауылдарҙан йыйылалар. Оло инәйҙәр ошо көндә төйөнсөккә япраҡ йыйып алып ҡайта, эҫеләп бешереп, сәй эсә. Уның шифаһы көслө була, тиҙәр.
Һеҙҙең яҡта шундай йола бармы? Ә Баймаҡ районында бар.
Был мәл сәсеү бөткән ваҡытҡа тура килә.
Читайте нас: