Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2020, 11:19

Тағы бер хәрби госпиталь төҙөлә

Рәсәй президенты В.В.Путин Хәүефһеҙлек советы ағзалары менән үткән кәңәшмәлә илдә коронавирустан килеп сыҡҡан хәл яҡшыра башлауын белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта киҙеү таралыуы дауам иткән төбәктәргә иғтибар кәрәклеге тураһында ла иҫкәртте.

“Бөгөн Байкал аръяғында хәл киҫкен. Шуға күрә унда ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәрби госпиталь йәйелдереү кәрәк буласаҡ. Байкал аръяғында йәшәүсе граждандарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыуға күп көс һаласаҡбыҙ,”-тине ил башлығы үҙ сығышында.
Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә коронавирус менән ауырыусылар һаны 441108-гә еткән, уларҙың 204623-ө һауыҡҡан.
#ВВПУТИН