Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2020, 10:00

Уңайлыҡтар ҡыйбат шул

2020 йылдың 1 июненән коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡты индексациялау тураһында мөрәжәғәттәрҙең күп булыуына бәйле, Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты 2020 йылдың 1 июленән торлаҡ-коммуналь түләүҙәргә хаҡтың үҙгәрәсәген белгертте.

Федераль кимәлдә халыҡты яҡлау, “Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында 2020 йылда Рәсәйҙең һәр төбәге буйынса түләү күләменең үҙгәреү индексын билдәләү ярҙамында граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәр, атап әйткәндә, йылытыу, һалҡын һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү, һыу бүлеү, газ менән тәьмин итеү өсөн индергән түләүен сикләү тәжрибәһе дауам ителә.
2020 йылдың тәүге ярты йыллығында Башҡортостандың коммуналь хеҙмәттәр өсөн тарифы 2019 йылдың декабре кимәленән артманы, йәғни 2020 йылдың 1 ғинуарынан элекке кимәлдә ҡалды. 2020 йылдың 1 июленән Рәсәй Хөкүмәте бойороғо менән Башҡортостан өсөн халыҡтың коммуналь хеҙмәттәр өсөн индергән түләүенең уртаса үҙгәреү индексы 3,6% кимәлендә билдәләнде. Шулай итеп, коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡ 5,6% артыуы ихтимал.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: