Рәсәй президенты Владимир Путин Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселеге һәм Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса эш алып барыусы төркөм ағзалары менән үткән кәңәшмәлә илдең төп документына тауыш биреү көнөн билдәләне.
Шулай итеп, Бөтә Рәсәй Конституцияға тауыш биреү көнө 1 июлдә үтә. Был көн ял тип иғлан ителәсәк.
“Илдең төп документына төҙәтмәләр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙең датаһы коронавирус киҙеүе ҡоторғанға күсерелгәйне. Сөнки минең өсөн граждандарыбыҙҙың ғүмерен, һаулығын һаҡлауҙан да мөһимерәк нәмә юҡ. Тауыш биреүҙе Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған парад көндө уҙғарыу тураһында ла тәҡдимдәр буды. Илебеҙ өсөн мөһим булған ике датаны бергә уҙғарыу урынһыҙ тип һанайым,”– тине ил башлығы.
Владимир Путин ойоштороусыларға тауыш биреү урындары кеше һаулығы, ғүмере тураһында хәстәрлек күреп ойошторолорға тейешлеге тураһында ла иҫкәртте.