Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2020, 11:41

Ирекмәндәр “Мәрхәмәтлек өсөн” билдәһе менән бүләкләнә

Рәсәй президенты Владимир Путин ирекмәндәрҙе “Мәрхәмәтлек өсөн” билдәһе менән бүләкләү Указына ҡул ҡуйҙы. Был документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты.

Рәсәй президенты Владимир Путин ирекмәндәрҙе “Мәрхәмәтлек өсөн” билдәһе менән бүләкләү Указына ҡул ҡуйҙы. Был документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты.
“Илебеҙҙәге пандемияға бәйле ауыр хәл ваҡытында мохтаждарға ирекмәндәрҙең ярҙамы ҙур булды. Ниндәй генә өлкәлә ярҙам кәрәк булһа ла, беҙ уларға таянабыҙ, эште ышанып тапшырабыҙ. “Мәрхәмәтлек өсөн” билдәһе менән бер рәттән “Ирекмәндәр эшмәкәрлеге үҫешенә шәхси өлөш индергәне өсөн”, “Мәрхәмәтлек традицияһын һаҡлау һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн”, “Мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙғаны өсөн” билдәләре лә булдырыласаҡ. Илебеҙ халҡын яман ауырыуҙан һаҡлап ҡалырға ярҙам иткәндәре өсөн ирекмәндәрҙең һәр береһенә сикһеҙ рәхмәтлемен,” – тине ил башлығы.
Ирекмәндәрҙе бүләкләү Указы 2 июндән үҙ көсөнә инде.
#ВВПУТИН