Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2020, 00:55

"Аҡыллы" мониторҙар алынған

Республика онкология диспансерына "аҡыллы" аппаратуралар - «Тритон-ЭлектроникС» йәмғиәтендә етештерелгән МПР6-03-«Тритон» моделле 13 хирургия мониторы алынған.

Республика онкология диспансерына "аҡыллы" аппаратуралар - «Тритон-ЭлектроникС» йәмғиәтендә етештерелгән МПР6-03-«Тритон» моделле 13 хирургия мониторы алынған.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, яңы ҡоролмалар "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Онкология ауырыуҙарҙы менән көрәш" бүлеге буйынса ҡайтарылған.
Клиника белгестәре белдереүенсә, яңы мониторҙар пациенттың торошон даими күҙәтеү аҫтында тота. Айырыуса хирургтар өсөн улар бик ҡулайлы.
Фото health.bashkortostan.ru сайтынан.