АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2020, 14:25

Китапханалар һәм музей эшләй

Сибай ҡалаһының мәҙәниәт бүлеге начальнигы И.Р.Солтангәрәев белдереүенсә, 1 июндән ҡаланың үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре ҡарамағындағы барлыҡ китапханалар ғәҙәттәге режимда эшләй башлаған.Ҡаланың тарих-крайҙы өйрәнеү музейының да ишектәре асыҡ.

1 июндән Башҡортостанда музейҙар һәм китапханалар эшләй башланы. Был хаҡта Республика Башлығы Р.Ф.Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Учреждениеларға ингән ерҙә һәр кемдең тән температураһын үлсәп индерәсәктәр. Мәҙәниәт учреждениеларында битлек кейеү һәм социаль арауыҡ һаҡлау талап ителә.
Сибай ҡалаһының мәҙәниәт бүлеге начальнигы И.Р.Солтангәрәев белдереүенсә, 1 июндән ҡаланың үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре ҡарамағындағы барлыҡ китапханалар ғәҙәттәге режимда эшләй башлаған.
Ҡаланың тарих-крайҙы өйрәнеү музейының да ишектәре асыҡ.
Музей директоры Альбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллина үҙҡамаланыуҙа ултырып зарығып киткән сибайҙарҙы һәм ҡала ҡунаҡтарын мауыҡтырғыс музей иленә сәйәйхәткә лә саҡыра.