АТАЙСАЛ
+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2020, 11:55

ТҮЛӘҮҘӘР ТИҘЛӘТЕЛӘ

Ил башлығы В.В.Путин Рәсәй пенсия фондынан ойоштороу сараларын тиҙләтеүҙе һораны. Шулай итеп, 22 майға тиклем пособие алыуға электрон ғариза биреп өлгөргәндәргә 1 июндән дәүләт ярҙамын алыу мөмкинлеге бар.

Рәсәй пенсия фонды хәбәр итеүенсә 3 йәштән 7 йәшкәсә балаларға тәғәйенләнгән пособие һәм 3 йәштән 16 йәшкәсә балалар өсөн булдырылған бер тапҡыр түләнәсәк дәүләт ярҙамы 1 июндән түләнә башлай. Бөгөнгө көндә Рәсәй пенсия фондына 10 миллионға яҡын электрон ғариза бирелгән.
Ҡарар ҡабул ителгәс тә, түләүҙәр 1 июлдән башланасаҡ тип билдәләнелгәйне. Ил башлығы В.В.Путин Рәсәй пенсия фондынан ойоштороу сараларын тиҙләтеүҙе һораны. Шулай итеп, 22 майға тиклем пособие алыуға электрон ғариза биреп өлгөргәндәргә 1 июндән дәүләт ярҙамын алыу мөмкинлеге бар.
3 йәштән 7 йәшкәсә балаларға пособие 1 июндән тәғәйенләнһә лә, ул 1 ғинуарҙан башлап алдағы биш ай өсөн тулыһынса түләнә.
Ғаризаны тултырғанда ниндәйҙер хата китһә, был турала төбәк пенсия фонды электрон адресҡа хәбәр итәсәк. Мөрәжәғәт килгәс тә, ғаризаны тағы ла бер тапҡыр тултырып кире ебәрергә була.
#ВВПУТИН
Фото интернеттан.