Май айының күркәм мәлендә Сибай ҡалаһында йәшәүсе Руслан һәм Анна никахтарын теркәгән. Бер-береһен яратҡан йәштәргә йыл, айҙың атамаһы түгел, никахтарының рәсми теркәлеүе мөһим.
--Бөгөн, 30 майҙа Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйылғы 100-сө ғаилә пары өйләнеште,--ти граждандар хәле акттарын теркәү бүлеге начальнигы Айгөл Бохарбаева.—Динар Руслан улы Мифтахов һәм Анна Валерьевна Курилованы законлы рәүештә ир һәм ҡатын булыуҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Мөхәбәттәре ғүмерле, ғүмерҙәре мөхәббәтле булһын!