Сибай ҡалаһының сауҙа комплекстарында “ҡағыҙ”, “пластик”,”тимер” тигән яҙыулы махсус контейнерҙар барлыҡҡа килде. Экология йүнәлешендә тормошҡа ашырылған проектың инициаторҙары -- “Алға, Сибай” урындағы йәмәғәт ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаров.
--Бөгөнгө көндә тирә-яҡ мөхитте бысратыу мәсьәләһе иң көнүҙәк проблемарҙың береһе. Республикала сүп-сарҙы айырым йыйыу һәм уны артабан эшкәртеү яңы ғына башланып тора. Хәҙер беҙҙең төп бурыс – халыҡҡа ҡыйҙы бүлеп йыйыуҙы күрһәтеү, артабан уның ҡайҙа ебәрелеүен аңлатыу,--ти Денис Андреевич.
Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә былтыр ҡала мәктәптәренә һәм уҡыу йорттарына макулатура йыйыу контейнерҙары урынлаштырылды. Ҡағыҙ йыйып уны тапшырыуҙан алған килемгә уҡыусылар 500 төп ағас үҫентеһе һатып алды һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ирекмәндәр менән берлектә уларҙы парк, скверҙарға ултыртты.
Яҡын арала “Алға, Сибай!” урындағы йәмәғәт ойошмаһы балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу, уларҙы эшкәртеү һәм икенсел ҡулланыу темаһы буйынса лекциялар ойоштороуҙы планлаштыра.