“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министрлығы приказына ярашлы 2020 йылдың 26 майынан 14 июненә ҡәҙәр Сибай ҡалаһының район-ара перинаталь үҙәге дезинфекциялауға ябылды. Был осорҙа бала табырға көнө еткән йөклө ҡатындар дублер-дауаханаларға йүнәлтелә.
Түбән һәм урта хәүеф төркөмөнә ҡараған ғоманлыларҙы дублер медицина учреждениеһы булараҡ Баймаҡ ҡалаһының үҙәк дауаханаһы ҡабул итһә, юғары хәүеф төркөмөнә инеүселәр Өфөнөң Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына оҙатыла.
#нацпроекты#миллипроекттар