Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Май 2020, 10:55

Еңеү парады 24 июндә уҙасаҡ

Рәсәй президенты В.В. Путин Еңеү парадын үткәреүҙең датаһын билдәләне. Ул 24 июндә уҙасаҡ. 1945 йылдың тап ошо көнөндә баш ҡаланың Ҡыҙыл майҙанында Еңеү парады үткәрелгән.

Рәсәй президенты В.В. Путин Еңеү парадын үткәреүҙең датаһын билдәләне. Ул 24 июндә уҙасаҡ. 1945 йылдың тап ошо көнөндә баш ҡаланың Ҡыҙыл майҙанында Еңеү парады үткәрелгән.
«Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләү өсөн хәрби парадҡа әҙерлекте башларға бойорам. Парад Рәсәй Федерацияһының баш ҡалаһында ғына түгел, бар төбәктәрҙә лә үткәрелергә тейеш. Әҙерлек барышында бар һаҡланыу сараларын ҡулланыуығыҙҙы һорайым. Минең өсөн халыҡтың һаулығын һаҡлау бик мөһим.”-тине ил башлығы.
#ВВПУТИН