Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2020, 11:00

Степнойҙа фельдшер-акушер пункты буласаҡ

Хәйбулла районының Степной ауылында һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөләсәк. Был объект үҙ эсенә фельдшер-акушер пунктын һәм фатирҙы ала. Төҙөлөштөң заказсыһы-- Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министрлығы.

Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министрлығы тормошҡа ашырған “Башҡортостан Республикаһында ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” программаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы Хәйбулла районының Степной ауылында һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөләсәк. Был объект үҙ эсенә фельдшер-акушер пунктын һәм фатирҙы ала. Төҙөлөштөң заказсыһы-- Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министрлығы, подрядсыһы--Орск ҡалаһының «СтройТехСнаб» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Район хакимиәте, Аҡъяр район үҙәк дауаханаһы етәкселеге, архитектура бүлеге хеҙмәткәрҙәре, подрядсы ойошма вәкилдәре ауылға барып буласаҡ медицина учреждениеһына ер участкаһы сиктәрен билдәләне.
--Хәйерле сәғәттә! Степнойҙа фельдшер-акушер пункты буласаҡ!—тип ҡыуана ауыл халҡы.
#нацпроекты#миллипроекттар