Хәйбулла районында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә булдырылған “Башҡорт ихаталары” республика программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла башланы. Төбәктең Маҡан ауылының Әхмәтшин урамы, 4-се,6-сы,8-се,10-сы,12-се, Садовыйҙа Йәштәр урамының 1-се,2-се,3-сө,4-се, Яңы урамдың 4-се,6-сы күп фатирлы йорттары биләмәләре төҙөкләндереләсәк.
--Федераль кимәлдәге милли проекттар Рәсәйҙә 2018 йылда ғәмәлгә ашырыла башланы һәм улар 2019-2024 йылдарҙа дауам итеп, халыҡтың тормошон яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк,--тине район хакимиәте башлығы Р.Д.Шәрипов.—Рәсәй субъекттарында урындағы ҡаҙнанан финансланған төбәк проекттары ла уңышлы эшләй. Шуларҙың береһе—“Башҡорт ихаталары” проекты.