Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2020, 10:41

Юғары нөктәне уҙҙыҡ

Рәсәй президенты Владимир Путин оборона министры Сергей Шойгу менән видеоконференция режимындағы эш осрашыуында илебеҙҙең коронавирус инфекцияһы таралауының иң юғары нөктәһенән үтеүен хәбәр итте.

Рәсәй президенты Владимир Путин оборона министры Сергей Шойгу менән видеоконференция режимындағы эш осрашыуында илебеҙҙең коронавирус инфекцияһы таралауының иң юғары нөктәһенән үтеүен хәбәр итте.
«Белгестәр тикшереүе һөҙөмтәһе буйынса Рәсәйҙә киҙеү таралыуы кәмей башлаған. Тимәк илебеҙ был ауырыуға ҡаршы тора алды, бирешмәне. Рәсәй халҡының һаулығын һаҡлап ҡалыуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн оборона министрлығындағы бар белгестәргә лә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ”- тине ил башлығы.
Сит илдәрҙә киҙеү ҡотора башлау менән беренселәрҙән булып Рәсәй оборона министрлығы Италия, Сербия, Босния и Герцеговинаға ярҙам күрһәтте. Рәсәйгә лә ярҙам итергә теләүселәр күп булды. Илдәр араһындағы бәйләнеш, тап ошо ауыр ваҡытта нығынды.
#ВВПУТИН
Читайте нас: