Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2020, 11:30

Урам тренажерҙары ҡуйылды

Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылы мәктәбе биләмәһенә “Демография” милли проекты сиктәрендә балалар өсөн урам тренажёрҙары ҡуйылды.

Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылы мәктәбе биләмәһенә “Демография” милли проекты сиктәрендә балалар өсөн урам тренажёрҙары ҡуйылды.
Төрлө күнекмәләр эшләү өсөн, сертификацияланған, балаларға һәм үҫмерҙәргә иҫәпләнгән спорт инвентары ауыл мәктәбе коллективының һәм ата-әсәләрҙең Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Байғусҡаров Зариф Зәкир улына биргән наказына ярашлы башҡарылды. Ғәлиәхмәттәр Зариф Закир улына һәм "Берҙәм Рәсәй" партияһының урындағы бүлексәһенә (секретары Байғабулов С.С.) ҙур рәхмәт белдерә.
Ҡоролмаларҙы мәктәп хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусыларҙың атайҙары хәүефһеҙлек сараларын еренә еткереп урынлаштырып сыҡҡан. Балаларға ихласлап спорт менән шөғөлләнергә һәм ҡәҙерен белергә генә ҡала.
#нацпроекты#миллипроекттар