Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2020, 11:30

Мәҙәниәт усағы төҙөкләндерелә

Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылы клубына капиталь ремонт уҙғарыла башланы. 1988 йылда төҙөлгән клуб күптән яңыртыуҙы талап иткән. Уны тулыһынса төҙөкләндереүгә “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә аҡса бүленгән. Эштәр 2020 йылдың ғинуарында республика мәҙәниәт министрлығы менән район хакимиәте араһында төҙөлгән килешеүгә ярашлы алып барыла.

--Әлеге көндә бинаға инженер селтәрҙәре һуҙыла: һыу үтәргес торбалар һалына, һыу ағыҙыу соҡоро ҡаҙыла, электр кабелдәре һуҙыла. Шулай уҡ янғын һағы гидранттары ҡуйыла, тамашасылар залының стеналары штукатурлана, санитар узел өсөн тәғәйенләнгән төкәтмә күтәрелә. Капиталь ремонтты төҙөүселәр июлдә тамамларға иҫәп тота. Яңыртылғандан һуң клуб төбәкте артабан да үҫтереүгә һәм ауыл халҡына хеҙмәт итер тип ышанабыҙ,--ти Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.
#нацпроекты#миллипроекттар