Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2020, 10:53

Дистанцион рәүештә тауыш бирергә мөмкин

Ил башлығы Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына индерелгән үҙгәрештәргә дистанцион рәүештә тауыш биреү мөмкинлеген булдырыу тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы.

Ил башлығы Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына индерелгән үҙгәрештәргә дистанцион рәүештә тауыш биреү мөмкинлеген булдырыу тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы.
Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова хәбәр итеүенсә, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр индереү эше яңынан тергеҙелде. Әлегә тауыш биреү көнөнөң датаһы билдәләнмәгән.
«Илдә пандемия арҡаһында килеп сыҡҡан ҡатмарлы хәл булғанға күрә тауыш биреү кампанияһы туҡтатылып торҙо. Сөнки илдең Төп законына үҙгәрештәрҙең мөһим булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең граждандарҙың һаулығын һаҡлап ҡалыуҙан да мөһимерәк нәмә юҡ. Бөгөнгө көндә Конституцияға үҙгәрештәр индереү эше тергеҙелә башланы, мөмкинлек сыҡҡан осраҡта ғына тауыш биреү уҙғарыласаҡ,» — тине Владимир Путин.
#ВВПУТИН
Читайте нас: