АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Май 2020, 10:55

ХӨРМӘТЛЕ МОСОЛМАНДАР!

Һеҙҙе ихлас күңелдән изге Рамаҙан айы тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән ҡотлайым!Был көн динебеҙҙең юғары әхлаҡи ҡанундарын сағылдырып, беҙҙе яҡынайта, берләштерә, киләсәккә ышаныс арттыра, мәрхәмәтлек һәм изгелеккә тулышып, яңы рухи көс тупларға ярҙам итә.Изге Рамаҙан айы—иман ныҡлығын һынап ҡараусы осор. Был мәлдә үткәндәргә байҡау яһап, киләһе көндәрҙе лә күҙаллайбыҙ. Быйыл был ай еңел булмаған осорға тура килде. Үҙҡурсаланыу мәлендә мәсеттәргә йыйылып намаҙ уҡыу ҙа тыйыла. Әммә был мәрхәмәтлек, изгелек, яҡшылыҡ эшләүгә кәртә түгел, сөнки иман беҙҙең йөрәктәрҙә, өйҙә. Рамаҙан айында күңелдәргә ингән нур байрамда ғына түгел, ә һәр саҡ беҙҙе оҙата барыр. Ураҙа ғәйете һеҙгә йылылыҡ, шатлыҡ килтерһен, йортоғоҙҙа именлек, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ хөкөм итһен! Һаулыҡ, уңыштар, бәхет һәм изгелектәр теләйем!Р.Ә.Афзалов, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Һеҙҙе ихлас күңелдән изге Рамаҙан айы тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән ҡотлайым!
Был көн динебеҙҙең юғары әхлаҡи ҡанундарын сағылдырып, беҙҙе яҡынайта, берләштерә, киләсәккә ышаныс арттыра, мәрхәмәтлек һәм изгелеккә тулышып, яңы рухи көс тупларға ярҙам итә.
Изге Рамаҙан айы—иман ныҡлығын һынап ҡараусы осор. Был мәлдә үткәндәргә байҡау яһап, киләһе көндәрҙе лә күҙаллайбыҙ. Быйыл был ай еңел булмаған осорға тура килде. Үҙҡурсаланыу мәлендә мәсеттәргә йыйылып намаҙ уҡыу ҙа тыйыла. Әммә был мәрхәмәтлек, изгелек, яҡшылыҡ эшләүгә кәртә түгел, сөнки иман беҙҙең йөрәктәрҙә, өйҙә.
Рамаҙан айында күңелдәргә ингән нур байрамда ғына түгел, ә һәр саҡ беҙҙе оҙата барыр. Ураҙа ғәйете һеҙгә йылылыҡ, шатлыҡ килтерһен, йортоғоҙҙа именлек, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ хөкөм итһен! Һаулыҡ, уңыштар, бәхет һәм изгелектәр теләйем!
Р.Ә.Афзалов, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.