Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Май 2020, 20:10

Үҙәк буласаҡ

"Үҙенсәлекле балаларҙың әсәләре менән осрашҡан ваҡытта мин өс заманса реабилитация үҙәге төҙөргә вәғәҙә бирҙем. Өфөлә инде был йәһәттән эш алып барабыҙ. Ә Сибайҙа проектлауҙы тамамлайбыҙ. Өсөнсөһө буйынса техник задание әҙерләнә. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙ уларҙы төҙөйәсәкбеҙ".

Рөстәм Афзалов Республика Башлығына Сибайға эш сәфәре менән килгәнендә физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларға күп тармаҡлы реабилитация үҙәге төҙөлөшө проектын да күрһәтте. Был үҙәк бер нисә учреждениены берләштереп, үҙенсәлекле балаларға һауыҡтырыу, белем биреү, социаль функциялар күрһәтеү мөмкинлеген бирәсәк. Проектта ҡаралғанса, үҙәктә көнөнә 300 бала реабилитация үтә аласаҡ, шуларҙың 40-ы тәүлек әйләнәһенә сәләмәтлектәрен нығытыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Проект эштәрен сентябргә тамамлау күҙаллана.
--Үҙенсәлекле балаларҙың әсәләре менән осрашҡан ваҡытта мин өс заманса реабилитация үҙәге төҙөргә вәғәҙә бирҙем. Өфөлә инде был йәһәттән эш алып барабыҙ. Ә Сибайҙа проектлауҙы тамамлайбыҙ. Өсөнсөһө буйынса техник задание әҙерләнә. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙ уларҙы төҙөйәсәкбеҙ--тине Радий Фәрит улы.