Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Май 2020, 14:35

Башлыҡ--Сибайҙа

Республика Башлығы эш сәфәре менән Сибай ҡалаһына килде.

--Минең эшемдең төп асылы—үҙ күҙҙәрем менән республикала барған хәлдәрҙе күреү һәм аңлау. Шуға ла төбәктәргә эш сәфәре менән йыш сығам. Дөрөҫөрәге йөрөнөм...коронавирусҡа ҡәҙәр. Әлбиттә, өҙөклөктәр булды, йоғошло сир таратмаҫ өсөн тырыштыҡ. Әммә тормош дауам итә, үҙем дә, коллегаларым да райондар буйлап йөрөй башлайбыҙ. Бөгөн мин Сибайҙа. Был ҡала карьеры яныуға бәйле хәлдәр арҡаһында миңә бик яҡын. Нигеҙ һалынған объекттарҙы төҙөп бөтөрөү зарур. Төйәләҫ йылғаһы ярында төҙөлөштө тергеҙеү, “Шифа” балалар һауыҡтырыу лагеры, филармония, “Ирәндек” йәштәр клубы шулар иҫәбендә. Эш сәфәремдә “Башнефть”йәмғиәте етәксеһе Хәсән Татриев оҙатып йөрөй. Урал аръяғында бер нисә объект тап “Башнефть” йәмғиәте бүлгән аҡсаға төҙөлә. Был республика өсөн ярайһы уҡ ярҙам. Бергәләшеп киләсәктә Урал аръяғын үҫтереү буйынса эштәрҙе барланыҡ,--тип белдерҙе Респуюлика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
#дома #Сибай