Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Май 2020, 19:55

“Августа беҙ бында тағы киләсәкбеҙ”

Эш сәфәре һуңында Радий Фәрит улы Сибай үҫешен ыңғай баһаланы.--Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы үҙ янына аныҡ фекер йөрөтөүселәрҙе туплауы менән хуплауға лайыҡ. Донъяла коронавирусҡа бәйле хәлдәр киҫкенләшкән мәлдә, иҡтисадтың эшләүе мөһим,--тине Радий Фәрит улы. –Бөгөн беҙ ҡараған төҙөлөштәр билдәләнгән ваҡыттарға ярашлы алып барыла. Башҡорт Урал аръяғының баш ҡалаһы--Сибай 65 йыллығын билдәләргә лайыҡлы әҙерләнә. Августа беҙ бында тағы киләсәкбеҙ.

23 майҙа Республика Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Сибай ҡалаһына килеүен хәбәр иткәйнек. Башлыҡ төбәк үҫеше перспективалары, йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү барышы менән танышты, социаль һәм мәҙәни объекттарҙа булды.
Радий Фәрит улы Таулы ҡасабаһында “Ирәндек” үҫмерҙәр-йәштәр клубында барған реконструкция эштәрен ҡараны. Төҙөүселәр бында былтыр көҙҙән алып эшләй. Ҡала өсөн мөһим проектты социаль маҡсатлы программалар фонды финанслай. Объекттың хаҡы 31,1 миллион һум тәшкил итә.
Бина эсендә бокс һәм художестволы гимнастика, тренажер залдары һәм төрлө секциялар, түңәрәктәр өсөн бүлмәләр урынлашасаҡ. Клуб биләмәһендә ике балалар, спорт майҙансыҡтары, парк һәм сәхнәле амфитеатр буласаҡ.
Ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов әйтеүенсә, бында эштәр июнь айында тамамланасаҡ.
-- Социаль маҡсатлы программалар фонды республиканың эре предприятиелары, шул иҫәптән “Башнефть”, УГМК йәмғиәттәре иҫәбенә тулылана. Ул беҙгә юлдарҙы төҙөкләндереүгә, социаль объекттар төҙөүгә һәм яңыртыуға ҙур ярҙам,--тине Радий Хәбиров.—Сибайҙа бындай клубты сафҡа индереү йәштәр киләсәген инвестициялау ул.
Былтыр февралдә 2015 йылда янғындан зыян күргән Сибай филармонияһы реконструкциялана башланы. Элекке бина тергеҙелеп кенә ҡалмай, уға яңы корпус та өҫтәп һалына. Бинаның алғы яғы реставрациялана, шулай уҡ эргә-тирә биләмәһе төҙөкләндерелә. Объекттың хаҡы—368 миллион һум. Республика Башлығы мәҙәниәт усағын быйыл билдәләнәсәк Сибай ҡалаһының 65 йыллығына тамамларға ҡушты.
Проектта ҡаралмаған блоклы ҡаҙанлыҡ төҙөлөшө ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Радий Фәрит улы ҡаҙанлыҡҡа аҡсаны социаль маҡсатлы программалар фондынан бүлергә тәҡдим итте. Яңы ҡаҙанлыҡ филармонияны ғына түгел, ошо тирәлә урынлашҡан башҡа объекттарҙы ла йылылыҡ менән тәьмин итәсәк.
--Сибайҙарҙы филармонияны көҙ ҡала юбилейына сафҡа индерәсәкбеҙ, тип ҡыуандырғым килә. Был мәҙәни мираҫ объектының бөтә архитектура үҙенсәлектәре һаҡланасаҡ, --тине Башлыҡ. –Мәҙәни киңлекте спорт объекттары менән тулыландырасаҡбыҙ: бында Көрәш һарайы ҡалҡып сығып, стадион яңыртыласаҡ.
Былтыр Сибайҙа таш эшкәртеү, гранит һәм мәрмәрҙән изделиелар яһау буйынса заманса предприятие булдырыуға инвестор табылғайны. «Блэк Стоун» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Олег Булгаков белдереүенсә, бер йыл эсендә 2,5 мең квадрат метр майҙанды биләгән ике цех реконструкцияланған. Диспетчер урыны эшләнгән, таш эшкәртеүсе станоктар, кран һатып алынған. Проектҡа 140 миллион һумдан ашыу аҡса һалынған. Бында 60 кешегә яңы эш урыны булдырыласаҡ.
Предприятиеға ташты Баймаҡ районы ятҡылыҡтарынан ташыйҙар. Етештерелгән изделиелар араһында модулле тышлау плитәләре, брусчатка, бордюр ҙур һорау менән ҡуллана. Яңы предприятие етештергән продукция менән Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге компаниялар ҙа ҡыҙыҡһына.
Йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүҙә гранит һәм мәрмәрҙән яһалған изделиеларҙы киң ҡулланыуҙы иҫәпкә алып Радий Хәбиров предприятиеның артабанғы үҫешен “Инвестиция сәғәте”ндә ҡарарға тәҡдим итте.
Башлыҡ шулай уҡ “Ҡала мөхите” программаһы сиктәрендә башҡарылған Төйәләҫ йылғаһы ярын төҙөкләндереү проекты барышы менән танышты. Бында йәйәүлеләр өсөн юл һалынған, контейнерҙар майҙансығы барлыҡҡа килгән, биләмә кәртәләнгән, фонарь, күҙәтеү камералары ҡуйылған.
--Кешеләр һыу буйында ял итергә ярата. Йылға, күлдәргә халыҡ һәр ваҡыт тартыла,--тине Радий Фәрит улы. –Муниципалитет башлыҡтары менән килешеп, йыл һайын ике пляжды төҙөкләндерергә һөйләштек. Хәүефһеҙлек мәсьәләһе иң беренсе урында тора. Кешеләр махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инергә тейеш.
“Шифа” балаларҙы һауыҡтырыу лагеры ла Төйәләҫ йылғаһы ярында урынлашҡан. Лагерь йыл әйләнәһенә уҡыусыларҙы ҡабул итеүгә тәғәйеләнмәгән. Лагерь яңыртылып, бында йоҡо бүлмәләре, уҡыу кабинеттары, спорт залы, ашхана төҙөлһә, Урал аръяғы мәктәптәре балаларына ялдарын йыл әйләнеһенә файҙалы уҙғарыу мөмкинлеге тыуасаҡ. Әлеге мәлдә лагерҙы модернизациялау проекты төҙөлә, ул көҙгә әҙер буласаҡ. Радий Фәрит улы Рөстәм Әхмәткәрим улына ошондай проектты тормошҡа уңышлы ашырған муниципалитеттарҙың тәжриәбәһен өйрәнергә ҡушты.
--Беҙҙең идея—“Башҡорт Артег”ы тигән шартлы атамалы йыл әйләнәһенә эшләгән лагерҙар селтәре барлыҡҡа килтереү. Беҙгә ошондай 4-5 объект кәрәк,--тине Республика Башлығы. –Улар иң беренсе нәүбәттә юғары матди-техник базаһы менән айырылып торорға тейеш. Уңайлы шарттары булған ятаҡтар, уҡыу корпустары, бассейн, спорт, мәҙәни биләмәләре булһын. Әммә иң мөһиме—көслө педагогик коллектив, заманса белем биреү программалары, сит телдәрҙе уҡытыу. Шул ваҡытта беҙ һәләтле балаларыбыҙҙың йыл әйләнәһенә белемен арттыра аласаҡбыҙ.
Рөстәм Афзалов Республика Башлығына физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларға күп тармаҡлы реабилитация үҙәге төҙөлөшө проектын да күрһәтте. Был үҙәк бер нисә учреждениены берләштереп, үҙенсәлекле балаларға һауыҡтырыу, белем биреү, социаль функциялар күрһәтеү мөмкинлеген бирәсәк. Проектта ҡаралғанса, үҙәктә көнөнә 300 бала реабилитация үтә аласаҡ, шуларҙың 40-ы тәүлек әйләнәһенә сәләмәтлектәрен нығытыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Проект эштәрен сентябргә тамамлау күҙаллана.
Эш сәфәре һуңында Радий Фәрит улы Сибай үҫешен ыңғай баһаланы.
--Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы үҙ янына аныҡ фекер йөрөтөүселәрҙе туплауы менән хуплауға лайыҡ. Донъяла коронавирусҡа бәйле хәлдәр киҫкенләшкән мәлдә, иҡтисадтың эшләүе мөһим,--тине Радий Фәрит улы. –Бөгөн беҙ ҡараған төҙөлөштәр билдәләнгән ваҡыттарға ярашлы алып барыла. Башҡорт Урал аръяғының баш ҡалаһы--Сибай 65 йыллығын билдәләргә лайыҡлы әҙерләнә. Августа беҙ бында тағы киләсәкбеҙ.