Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 15:45

Үҙгәрештәр индерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға үҙгәрештәр индерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға сираттағы үҙгәрештәрҙе индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәнерәктәр һәм хроник сирле кешеләр, шулай уҡ улар менән бергә йәшәгән граждандар өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу тәртибе һаҡланып ҡала. Был кешеләр аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып алыу, элемтә салонына, баҡсаға, дачаға, ҡаланан ситтәге йорттарына барыу өсөн генә урамға сыға ала. Шул уҡ ваҡытта эшкә мотлаҡ йөрөргә тейешле 65 йәштән өлкәнерәк етәкселәргә, хеҙмәткәрҙәргә үҙ-үҙеңде изоляциялау тәртибе ҡағылмай. Вахтанан ҡайтып, обсервация үткән эшселәр ҙә 14 көн буйы йәшәгән урынында ҡурсаланыу режимын үтәргә тейеш.
Граждандарға өйөнән сыҡҡас та – битлек, ә магазинда, медицина, финанс ойошмаларында, күп йүнәлешле үҙәктәрҙә, халыҡ күпләп йыйылған башҡа урындарҙа шулай уҡ бирсәткә кейеү шарт. Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” халыҡ-ара аэропортына сит илдәрҙән, Мәскәүҙән, бүтән төбәктәрҙән килгән кешеләр самолетта мотлаҡ термометрия, артабан аэропорт терминалында коронавирусҡа лаборатор тикшереү үтә.
Читайте нас: