Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 10:53

Берҙәм дәүләт имтихандары башлана

2020 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға 783 267 уҡыусы ғариза яҙған.

Рәсәй президенты В.В.Путин белдереүенсә, Берҙәм дәүләт имтихандары 29 июндә башлана һәм уларҙың барышына үҙгәрештәр индерелмәй. Был имтихандарҙы тик юғары уҡыу йортона инергә теләүселәр генә тапшыра.
Был юлы эштәрҙең варианттары күбәйтелгән. Шуға күрә уҡыусылар бер-береһенән күсереп яҙа алмаясаҡ. Санитар нормаларҙы үтәү маҡсатында имтихан биреү бүлмәһенә бер нисә генә уҡыусы индерелә, уларҙың тән температураһын даими рәүештә тикшереп торасаҡтар.
2020 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға 783 267 уҡыусы ғариза яҙған.
#ВВПУТИН