АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 11:30

«Ҡыңғырау байрамы» онлайн үткәрелә

Быйыл ун беренсе класты тамамлаусылар өсөн «Ҡыңғырау байрамы» онлайн үткәрелә. Мәктәптә йәки кафела йыйылыу, күмәкләп тәбиғәткә сығыу тыйыла. Бының урынына уҡыусыларға онлайн-флешмобтар уҙғарыу тәҡдим ителә. Был дүртенсе һәм туғыҙынсы класты, балалар баҡсаһын тамамлаусыларға ла ҡағыла.

Шулай уҡ туғыҙынсы кластар өсөн мотлаҡ имтихандарҙың булмауын, ә Берҙәм дәүләт имтиханын билдәһеҙ ваҡытҡа күсереүҙәрен хәтергә төшөрәбеҙ. Бынан тыш, уны юғары уҡыу йорттарына инергә йыйынған уҡыусыларға ғына тапшырырға кәңәш бирҙеләр.
Киләһе уҡыу йылында Роспотребнадзор “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә һәр класҡа үҙ кабинетын беркетергә, шулай уҡ төрлө класс уҡыусыларының тәнәфестә аралашыуҙарын һәм бергә йөрөүҙәрен тыйырға тәҡдим итә. Физкультураны спорт залдарында түгел, ә саф һауала уҙғарыу планлаштырыла.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: