Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 10:44

Мәғариф системаһында тағы ла үҙгәрештәр

Берҙәм дәүләт имтиханының төп этабы 8 июнгә күсерелгәйне, илдәге хәл тағы ла үҙенекен итте.

Бөгөн Рәсәй президенты В.В.Путин “Коронавирус ваҡытында мәғариф системаһына үҙгәрештәр индереү” темаһына кәңәшмә уҙғара. Бында киҙеү ныҡлы таралған төбәктәрҙә мәғариф системаһының хәле, дистанцион уҡыу, уҡыу йылын тамамлау, имтихандар һәм сығарылыш уҡыусыларын төрлө уҡыу йорттарына ҡабул итеү схемаһына өҫтәмә яңылыҡтар индереләсәк.
Берҙәм дәүләт имтиханының төп этабы 8 июнгә күсерелгәйне, илдәге хәл тағы ла үҙенекен итте. Рәсәй мәғариф министрлығы хәбәр итеүенсә, был имтихандар тағы ла күсерелде, әлегә аныҡ датаһы билдәле түгел. Юғары уҡыу йортона инергә теләге булмаған сығарылыш уҡыусылары БДИ-нын тапшырмаясаҡ, улар йыл һөҙөмтәһе буйынса алған баһа менән аттестат ала. Бынан тыш, һуңғы ҡыңғырауҙы ла уҡыусылар онлайн-режимда тыңлай, синыфташтары менән дә дистанцион рәүештә хушлашасаҡ.
Уҡыу йорттарына инеү өсөн конкурстар әлегә дистанцион рәүештә уҙғарласаҡ тип әйтелһә лә, төбәктәрҙәге хәлгә ҡарап, үҙгәреүе лә бар.
#ВВПУТИН