Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 17:05

ИҢ ЯҠШЫ АТАЙҘАР БИЛДӘЛЕ БУЛДЫ

Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы "Атайлыҡ ҡаһарманлығы" ("Отцовская доблесть") йәмәғәт наградаһы булдырғайны. Быйылғы еңеүселәр билдәле булды. Атай абруйын күтәреү маҡсатында булдырылған миҙалға 27 кеше лайыҡ булды. Улар араһында беҙҙең яҡташтар ҙа бар. Бына улар: Азамат Ҡарабаев (Баймаҡ районы), Фәйзрахман Усманов (Баймаҡ районы), Ғәзиз Шәйәхмәтов (Баймаҡ районы), Тәлғәт Яҡупов (Сибай ҡалаһы).Шуныһы ҡыуаныслы: Азамат Ҡарабаев һәм Ғәзиз Шәйәхмәтов ғаиләһе "Атайсал" гәзите уҙғарған "Урал аръяғының иң яҡшы 100 ғаиләһе" конкурсында финалға үткәйне. Ә Фәйзрахман Усманов "Атайсал" гәзите уҙғарған "Таҙа Һаҡмар" акцияһының инициаторы булараҡ таныш. Гәзитебеҙ дуҫтарының яңы уңыштары өсөн беҙ бик шатбыҙ!Өлгөлө атайҙарҙы ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!

Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы "Атайлыҡ ҡаһарманлығы" ("Отцовская доблесть") йәмәғәт наградаһы булдырғайны. Быйылғы еңеүселәр билдәле булды. Атай абруйын күтәреү маҡсатында булдырылған миҙалға 27 кеше лайыҡ булды. Улар араһында беҙҙең яҡташтар ҙа бар. Бына улар: Азамат Ҡарабаев (Баймаҡ районы), Фәйзрахман Усманов (Баймаҡ районы), Ғәзиз Шәйәхмәтов (Баймаҡ районы), Тәлғәт Яҡупов (Сибай ҡалаһы).
Өлгөлө атайҙарҙы ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
Йәмәғәт наградаһына 106 дәғүә иткән. Уларҙың иң-иңдәрен һайлап алғандар. Еңеүселәрҙе бүләкләү сараһы әле билдәле түгел, әммә Атайҙар көнөндә булыуы ихтимал.
Тулы исемлек:
1) Акбаров Аскат Ахметович, Кармаскалинский район
2) Андреев Владимир Васильевич, Уфимский район,
3) Аюпов Ринат Вилевич, Чишминский район,
4) Барсуков Владимир Петрович, г. Кумертау,
5) Габдрахимов Радик Габдулмаликович, Туймазинский район,
6) Гайнуллин Таврис Галимулович, Альшеевский район,
7) Галеев Радик Мурзабаевич, Шаранский район,
8) Гафуров Ильшат Гависович, Буздякский район,
9) Ибрагимов Рамиль Фаилович, г. Уфа,
10) Иванов Алексей Вениаминович, Альшеевский район,
11) Иванов Алексей Яковлевич, Аургазинский район,
12) Ипполитов Евгений Николаевич, г. Октябрьский,
13) Казиханов Анис Рафисович, Мечетлинский район,
14) Карабаев Азамат Ишбулдович, Баймакский район,
15) Кутлуюлов Кадир Амирович, Ишимбайский район,
16) Лутфуллин Фирдинат Анасович, Татышлинский район,
17) Мурзабулатов Хамза Мурзабулатович, Куюргазинский район,
18) Мухаметзянов Зиряк Галиевич, Альшеевский район,
19) Мухаметьянов Ишбулды Хаепкулеевич, Куюргазинский район,
20) Прохоров Дмитрий Петрович, Туймазинский район,
21) Семенов Валерий Вениаминович, г. Уфа,
22) Усманов Файзрахман Зигитбаевич, Баймакский район,
23) Федоров Михаил Викторович, Благоварский район,
24) Хабиров Артур Забирович, Туймазинский район,
25) Шайгарданов Абузар Сабирович, Альшеевский район,
26) Шаяхметов Газиз Ильгизович, Баймакский район,
27) Якупов Талгат Зиннурович, г. Сибай.