Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 15:00

Бәлки, бер көндә булыр

Кремлдә Еңеү парадын һәм Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр өсөн тауыш биреүҙе үткәреүҙең бер нисә варианты тикшерелә.Иң ҡулай дата булараҡ 24 июнь ҡарала, сөнки 75 йыл элек тап ошо көндә беренсе Еңеү парады уҙғарылған.

Кремлдә Еңеү парадын һәм Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр өсөн тауыш биреүҙе үткәреүҙең бер нисә варианты тикшерелә.
Иң ҡулай дата булараҡ 24 июнь ҡарала, сөнки 75 йыл элек тап ошо көндә беренсе Еңеү парады уҙғарылған.
Әммә 24 июнь – эш көнө, шуға ла унда ике сараны үткәреү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ: кешеләр тауыш биреүҙә лә ҡатнаша, парадты ла ҡарай аласаҡ. Әлегә мәсьәлә тулыһынса хәл ителмәгән, барыһы ла эпидемиологик хәлгә бәйле. Кремлдә шулай уҡ Еңеү парадын 3 сентябргә, ә тауыш биреүҙе 24 июнгә һәм 8 июлгә тәғәйенләү буйынса ла фекерҙәр бар.
Читайте нас: