Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2020, 10:00

Юл, сәхнә, һыу—барыһы ла була

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә Хәйбулла районы Ивановка ауылының урам араларындағы юлдарға ҡырсынташ түшәлә башланы. Шулай уҡ ауылға илткән оло юл да төҙөкләндерелә.

--Яҙлы-көҙлө урамдан үтерлек булмай, ҡойоһо әйләнеп ятҡан юлдан транспортҡа йөрөүе лә, йәйәүлеләргә лә бик мәшәҡәт. Ҡырсынташ түшәлһә, бындай уңайһыҙлыҡтар булмаҫ ине,--ти ауыл халҡы.
Бынан тыш, Зауыҡлы биләмәләр йылында ауылдың мәҙәниәт йорто биләмәһендә йәйге сәхнә лә төҙөлә башланы.
Тағы ла бер киҫкен торған мәсьәлә--халыҡты һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү ҙә ыңғай хәл ителгән: ҡоҙоҡтан һыу һурҙырыусы ҡоролма ремонтланған. Тимәк, был төбәктә быйыл рәхәтләнеп баҡса үҫтерергә, ҡош-ҡорт үрсетергә була.
#нацпроекты#миллипроекттар