Рәсәй Федерацияһының иҡтисади үҫеш министрлығы ил башлығы В.В.Путинға пенсия системаһына үҙгәрештәр индереүҙе тәҡдим итте. Ведомство быны Рәсәй иҡтисадын тергеҙеү, уның күп тармаҡтарын камиллаштырыу маҡсатында эшләнә,тип аңлатты.
Министрлыҡ президенттан хаҡлы ялға тиклем өс йыл ҡалған Рәсәй граждандарына, бигерәк тә пандемия ҡотороуы арҡаһында эшһеҙ ҡалғандарға, 20-25 йыл эш стажы булғандарға 2020 йылдың аҙағына тиклем хаҡлы ялға сығыу мөмкинлеген булдырыуҙы һораны.
Әлегә был тәҡдимгә аныҡ ҡына яуап юҡ. Шулай ҙа ыңғай яуап булырына ышанғы килә.