Рәсәй президенты В.В.Путин төбәк етәкселәре һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән үткән кәңәшмәлә мосолмандарҙан Ураҙа байрамын өйҙә билдәләүҙәрен һораны. “Коронавирус киҙеүенән һаҡланыу маҡсатында мәсеттәргә йыйылып, доға ҡылыуҙарҙан баш тартырға тура киләсәк. Был киҙеү бер кемде лә аямай, күп төбәктәрҙә таралыуын дауам итә. Илдәге хәлде барыбыҙ ҙа аңлап, берҙәм булып, ҡаршы сыҡҡанда ғына вирусты еңә аласаҡбыҙ,- тине ил башлығы.
Һуңғы яңылыҡтар буйынса, киҙеү Дагестан Республикаһында ныҡлап тарала. Ауылдар менән ауырыусы халыҡҡа медицина хеҙмәткәрҙәре, ярҙам ебәрелде.