Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 10:57

Битлекһеҙ магазиндарға инергә ярамай

Рәсәй президенты В.В.Путин үҙ сығышында үҙ-үҙеңде изоляциялау режимынан яйлап сыға башлайбыҙ, тип белдерҙе. Был COVID-19 ауырыуының кәмеүен, илдәге ойошмалар һәм предприятиелар үҙ режимында эшләй башлауын аңлатмай әле.

Рәсәй президенты В.В.Путин үҙ сығышында үҙ-үҙеңде изоляциялау режимынан яйлап сыға башлайбыҙ, тип белдерҙе. Был COVID-19 ауырыуының кәмеүен, илдәге ойошмалар һәм предприятиелар үҙ режимында эшләй башлауын аңлатмай әле. Вирус бер туҡтауһыҙ үҙгәреп тора, ауырыуҙарға ла яңы формалары тәҫьир итә. Шуға күрә, вирустан һаҡланыу сараларын оноторға ярамай.
Ил башлығы илдә битлек режимын булдырыу тураһында хәбәр итте. Тимәк, хәҙер битлек һәм бирсәткәләр кейергә теләмәүселәр ойошмаларға, магазиндарға индерелмәй. Йәмәғәт урындарында битлекһеҙ йөрөүселәргә штраф һалынасаҡ.
Бөгөн Рәсәйҙә коронавирус менән ауырыусылар һаны 281 752-гә етте. 67 373 кеше һауыҡҡан, 2631 ауырыу вафат булған. Инфекцияны асыҡлау өсөн бөтәһе 6916088 тест эшләнгән.
#ВВПУТИН