Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 11:45

Бүребайға һыу үткәрелә

Хәйбулла районын бушҡа ғына сал дала тип йөрөтмәйҙәр. Бында ысынлап та, ялан ерҙәре күберәк һәм йәй һәр ваҡыт ҡоролоҡ хөкөм һөрә. Шуға ла төбәктә һыу мәсьәләһе киҫкен тора. Айырыуса эсәр һыуға ҡытлыҡ була. Райондың иң эре сәнәғәт ҡасабаларының береһе Бүребайҙа ла был тәңгәлдә ҡыйынлыҡтар бар.

Хәйбулла районын бушҡа ғына сал дала тип йөрөтмәйҙәр. Бында ысынлап та, ялан ерҙәре күберәк һәм йәй һәр ваҡыт ҡоролоҡ хөкөм һөрә. Шуға ла төбәктә һыу мәсьәләһе киҫкен тора. Айырыуса эсәр һыуға ҡытлыҡ була. Райондың иң эре сәнәғәт ҡасабаларының береһе Бүребайҙа ла был тәңгәлдә ҡыйынлыҡтар бар. Ошоно иҫәпкә алып былтыр Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты етәкселеге күрше Һамар ауылы ятҡылығынан эсәр һыу үткәргесе һуҙыуға өлгәште. Ваҡытлыса схема менән һалынған 160 миллиметр диаметрлы һыу торбаһы йәй көнө туҡтауһыҙ эшләне.
Быйыл предприятиенең генераль директоры Рөстәм Борғанитдин улы Аблаев “Торлаҡ коммуналь хужалығы һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә ваҡытлыса тип һуҙылған һыу трассаһы урынына капиталь һыу үткәргес һалырға ҡарар итте. Бөтә сығымдарҙы комбинат үҙ өҫтөнә ала. Һамар ауылынан Бүребайға ҡәҙәр 3,5 саҡрымлыҡ трассала һыу бүлеү торбалары ике линия итеп һалынасаҡ. Дөйөм алғанда, 110 миллиметр диаметрлы торбаларҙың ике буйы 7 саҡрым тәшкил итәсәк.
Һыу үткәргес менән бер рәттән Хәйбулла электр селтәрҙәре хеҙмәткәрҙәре электр линиялары бағаналары ултыртып бара. Ҡоҙоҡ эсенә төшөрөлгән тәрән һыу һурҙырғысты электр энергияһы менән тәьмин итеү өсөн трансформатор ҙа ҡуйыласаҡ. Етәкселек эштәрҙе июндең беренсе ун көнлөгөндә тамамлап, халыҡҡа һыу бирергә вәғәҙә итә.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: