Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 11:25

Ҡасан тауыш бирербеҙ?

Үҙәк һайлау комиссияһы Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙе үткәреүгә әҙер булыуын белдерҙе. Был мөһим сараның көнөн Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләйәсәк. Мәғлүм булыуынса, тауыш биреү 22 апрелдә үтергә тейеш ине, әммә илдәге эпидемиологик хәл арҡаһында кисектереп торолдо. Мәскәү Йәмәғәт палатаһының Гражданлыҡ йәмғиәтенең үҫеше һәм йәмәғәтселекте күҙәтеү буйынса комиссияһы рәйесе Алексей Венедиктов хәбәр итеүенсә, тауыш биреүҙең яҡынса көнө итеп 24 июнь тәғәйенләнә.

Үҙәк һайлау комиссияһы Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙе үткәреүгә әҙер булыуын белдерҙе.

Был мөһим сараның көнөн Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләйәсәк. Мәғлүм булыуынса, тауыш биреү 22 апрелдә үтергә тейеш ине, әммә илдәге эпидемиологик хәл арҡаһында кисектереп торолдо. Мәскәү Йәмәғәт палатаһының Гражданлыҡ йәмғиәтенең үҫеше һәм йәмәғәтселекте күҙәтеү буйынса комиссияһы рәйесе Алексей Венедиктов хәбәр итеүенсә, тауыш биреүҙең яҡынса көнө итеп 24 июнь тәғәйенләнә.