Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Май 2020, 12:50

Ҡала көнөнә бүләк

Быйыл Сибай ҡалаһы 65 йыллығын билдәләйәсәк. Ҡала көнөнә беренсе бүләкте үҙәк дауахана әҙерләне: Екатерина Сухова авторлығында медицина хеҙмәткәрҙәренә бағышланған китап донъя күрҙе.

Быйыл Сибай ҡалаһы 65 йыллығын билдәләйәсәк. Ҡала көнөнә беренсе бүләкте үҙәк дауахана әҙерләне: Екатерина Сухова авторлығында медицина хеҙмәткәрҙәренә бағышланған китап донъя күрҙе.
Тупланманы сығарыуға Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаров ярҙам күрһәткән.
--Аҡ халатлыларҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Улар арыу-талыу белмәй сәләмәтлек һағында тора, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара. Үҙ сәләмәтлектәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, ауырыуҙарға ярҙам итә. Был китап үҙ һөнәре оҫталарына ихтирам билдәһе һәм рәхмәт һүҙе булһын,--ти Денис Андреевич.
“Сибай ҡалаһында һаулыҡ һаҡлау тармағы һәм шәфҡәт туташтары эше үҫеше” тип аталған баҫмала һаулыҡ һаҡлау тармағының 90 йыллыҡ тарихы тупланған. Тарихи текстар башланғыста тороусылар һөйләүе буйынса яҙылған.
--Китап авторы Екатерина Георгиевна Сухова үҙәк дауаханала баш шәфҡәт туташы булып 15 йыл эшләгән, дөйөм хеҙмәт стажы 45 йыл. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, китап яҙыуға тотоноп, алдына алғанды йырып сыҡты,--ти үҙәк дауахананың баш табибы Радик Нәҙерғолов.—Бағыусыбыҙ Д.А.Назаровҡа ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Халыҡ тарихты белергә тейеш, шуға ла китап сығарыуға яҡташыбыҙ индергән өлөш баһалап бөткөһөҙ ҙур.