Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 10:00

Рейдтар дауам итә

12 майҙан алып Өфө, Сибай, Белорет, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский ҡалаларында 1184 объект тикшерелгән. Уларҙа ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланған.

Республиканың сауҙа нөктәләрендә юғары әҙерлек режимы осоронда “Контроль һә күҙәтеү эшмәкәрлеген реформалау” милли проекты сиктәрендә ғәмәлдә булған ҡағиҙәләрҙең, талаптарҙың һәм сикләүҙәрҙең үтәлешен тикшереү буйынса рейдтар дауам итә. Билдәле булыуынса, магазиндарҙа һатып алыусылар ҙа, һатыусылар ҙа мотлаҡ шәхси һаҡланыу саралары (битлектәр, бирсәткәләр) кейергә тейеш. Шулай уҡ сауҙа нөктәһенең етәкселеге дезинфекциялау, елләтеү, һатыу алыусылар тарафынан социаль арауыҡ һаҡлау, хеҙмәткәрҙәрҙең тән температураһын үлсәү, таҙалыҡты һаҡлау йәһәтенән дә тейешле саралар күрергә бурыслы.
Үкенескә ҡаршы, рейдтар барышында әлеге талаптарҙың барлыҡ урындарҙа ла тейешенсә үтәлмәүе асыҡлана.
12 майҙан алып Өфө, Сибай, Белорет, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский ҡалаларында 1184 объект тикшерелгән. Уларҙа бына ниндәй ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланған:
- 89 сауҙа нөктәһендә хеҙмәткәрҙәр битлек кеймәгән (7,5 процент);
- 297 урында хеҙмәткәрҙәр бирсәткә кеймәй эшләгән (25,1 процент);
- 117 магазинда социаль арауыҡты һаҡлау билдәһе булмаған (9,9 процент);
- 135 сауҙа нөктәһендә һатып алыусылар битлекһеҙ булған (11,4 процент);
- 546 урында һатып алыусылар бирсәткәһеҙ булған (46,1 процент).
Кисә ойошторолған рейдтар барышында Өфөнөң “Дим” һәм “Колхоз” баҙарҙарында талаптарҙы боҙоу осраҡтары асыҡланған. Мәҫәлән, “Дим” баҙарында һатып алыусыларҙың ни бары 40 проценты, ә һатыусыларҙың 20 проценты ғына битлек һәм бирсәткәлә булған. Баҙарҙың эшмәкәрлеге иҫкәрмәләрҙе бөтөргәнгә тиклем туҡтатылған.
21 апрелдән бөгөнгәсә барлығы 10204 сауҙа объекты тикшерелеп, Рәсәй Административ тәртип боҙоуҙар кодексының 20.6.1-се статьяһы нигеҙендә 111 талапты үтәмәү осрағы асыҡланған. Административ тәртип боҙоуҙар тураһында – 39, бинаны тикшереү тураһында 72 протокол төҙөлгән, республиканың район судтарына 23 эш ебәрелгән. Шулай уҡ 44 граждан административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Ә штрафтар күләме ярайһы уҡ ҙур ғына:
- граждандарға – бер меңдән 30 мең һумға тиклем;
- вазифа биләүселәргә – 10 меңдән 50 мең һумға тиклем;
- ойошма булараҡ теркәлмәйенсә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәргә – 30 меңдән 50 мең һумға тиклем;
- ойошмаларға – 100 меңдән 300 мең һумға тиклем. Әгәр ҡабаттан тикшереү осрағында ла тәртип боҙоуҙар асыҡланһа, объект ябыла.
#нацпроекты#миллипроекттар