Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге ил башлығы В.В.Путиндың 11 майҙағы Мөрәжәғәтнамәһенән һуң халыҡтың фекерен тыңланы.
Шулай итеп, Рәсәй халҡының 88%-ы президенттың халыҡҡа мөрәжәғәте тураһында ишеткән, ә 70 %-ы телмәрҙе телевизор аша күҙәткән һәм уның сығышының төп идеяһын яңылыҡтар тыңлап белгән.
Мәрәжәғәтнамәне халыҡтың 75%-ы ыңғай баһаланы, уларҙың 66%-ы ил башлығы халыҡтың йәшәйешен яҡшы белә, тигән фекерҙә.
Ил башлығы тәҡдим иткән дәүләт ярҙамын Рәсәй халҡының күпселеге хупланы. Балалы ғаиләләргә ярҙам булдырыу тураһындағы яңылыҡ иң күп тауыш йыйҙы, уны халыҡтың 95%-ы ыңғай баһалай.
Эшһеҙ ҡалған граждандарҙың ғаиләләрендә тәрбиәләнгән балаларға тәғәйенләнгән пособиеның минималь күләмен ике тапҡырға арттырыуҙы халыҡтың 93%-ы, ә өс йәшкәсә балалар пособиеһына 5 мең һум өҫтәүҙе 92% -ы хупланы.
Рәсәй иҡтисады тармаҡтарын тәшкил иткән төп предприятиеларҙы тергеҙеү өсөн ярҙам булдырыуҙы ла халыҡтың 89%-ы ыңғай баһаланы. Халыҡтың 73%-ы илдәге хәлде президенттың контролдә тотоуына ышана.
Мәғлүмәт http://www.wciom.ru интернет порталынан алынды.