Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 10:36

Коронавирус унда һаҡта тора

Европа авиация хәүефһеҙлеге агентлығы коронавирус киҙеүе менән зарарланыу райондарын билдәләне.

Европа авиация хәүефһеҙлеге агентлығы аэропорттар урынлашҡан райондарҙа коронавирус киҙеүе менән зарарланыу хәүефе юғары тип белдерҙе. Был райондарға Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород, Мурманск ҡалалары инә.
Хәүефле зонаға ингән аэропорттарҙа самолеттарға тулыһынса дезинфекция үткәрелә. Самолет экипажы шәхси һаҡланыу саралары менән тәмьин ителә.
Рәсәй президенты ВВ.Путин Указы менән 27 марттан халыҡ-ара авиа осоу туҡтатылғайны. Әлегә сит илдә ҡалған Рәсәй туристарын ҡайтарыу өсөн һәм илдәр араһында бәләнеш булдырыу өсөн хөкүмәт ҡушыуы буйынса ғына самолеттар оса.
Пандемия ҡурҡынысы янағанға күрә авиакомпанияларҙың 20 проценты йыл аҙағына тиклем эшен туҡтатырға мәжбүр булды. Ил башлығы ҡарары менән 15 апрелдән авиция тармағына ла дәүләт ярҙамы булдырылды.
#ВВПУТИН