АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 11:25

«Башҡортостандың һәләтле ғаиләләре» флешмобында ҡушылығыҙ!

15 май — Халыҡ-ара ғаилә көнө алдынан “Демография” милли проекты сиктәрендә Республика халыҡ ижады үҙәге «Башҡортостандың һәләтле ғаиләләре» флешмобы иғлан итә.

15 май — Халыҡ-ара ғаилә көнө алдынан “Демография” милли проекты сиктәрендә Республика халыҡ ижады үҙәге «Башҡортостандың һәләтле ғаиләләре» флешмобы иғлан итә.
--Талантлы, социаль әүҙем, халыҡ ижадына ваҡыт бүлергә өлгөргән ғаиләләр саҡырыла. Йыр-бейеүгә оҫта, музыка ҡоралдарында уйнаған йәки биҙәү-ҡулланма ижад менән шөғөлләнгәндәр социаль селтәрҙәге сәхифәләренә ғаиләнең маһирлығын күрһәткән видеороликтар һалыуығыҙ һорала,--ти флешмобты ойоштороусылар.
Яҙмаларҙа #БашҡортостандыңҺәләтлеҒаиләләре хештегын күрһәтергә кәрәк. Видеороликтарҙың ваҡыты 4 минуттан артмаҫҡа тейеш.
Флешмоб 15 майға тиклем дауам итә.
#нацпроекты#миллипроекттар