Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 10:35

Уҡыуҙар тамамлана

“Мәғариф” милли проектына ярашлы, республиканың мәғариф министрлығы Башҡортостандың белем биреү учреждениеларында 2019-2020 уҡыу йылының ҡасан тамамланасағы тураһында хәбәр итте.

“Мәғариф” милли проектына ярашлы, республиканың мәғариф министрлығы Башҡортостандың белем биреү учреждениеларында 2019-2020 уҡыу йылының ҡасан тамамланасағы тураһында хәбәр итте.
Башланғыс класс уҡыусылары - 22 майҙа, өлкән кластар 29 майҙа уҡыуҙы тамамлай.
Урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында уҡыу, ҡағиҙә булараҡ, 1 июлгә тиклем тамамлана. Ләкин даталарҙы уҡыу йорттары үҙҙәре билдәләй. Студенттар имтихандарҙы дистанцион рәүештә тапшыра.
12 майҙан эшкә сыҡҡан ата-әсәләр бәләкәстәрен балалар баҡсаларының дежур төркөмдәренә йөрөтә ала. Бының өсөн мәғариф бүлегенә йәки балалар баҡсаһы етәкселегенә ғариза яҙырға, шулай уҡ педиатрҙан справка йүнләргә кәрәк.
#нацпроекты#миллипроекттар