Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 11:30

Дәүләт хеҙмәте сайтында яңы сервис асылды

Рәсәй башлығы В.В.Путин халыҡҡа Мөрәжәғәтнамәһендә 1 июндән коронавирус пандемияһынан илдә ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡанға күрә Рәсәй гражданины булған 3 йәштән 15 йәшкәсә балалар тәрбиәләнгән ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү Указына ҡул ҡуйылды, тип белдергәйне.

Рәсәй башлығы В.В.Путин халыҡҡа Мөрәжәғәтнамәһендә 1 июндән коронавирус пандемияһынан илдә ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡанға күрә Рәсәй гражданины булған 3 йәштән 15 йәшкәсә балалар тәрбиәләнгән ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү Указына ҡул ҡуйылды, тип белдергәйне. 12 майҙан дәүләт хеҙмәте (госуслуги) сайтында пособие алыуға ғариза биреү өсөн яңы сервис булдырылды. Портал аша бөгөнгө көндә 640 мең ғариза теркәлгән. Дәүләт ярҙамын алыу өсөн ғаризалар 2020 йылдың 1 октябренә тиклем ҡабул ителә. Бынан тыш, 1 октябргә тиклем 3 йәшкә тиклемге балалар пособиеһына 5 мең өҫтәмә алыу өсөн дә порталда электрон ғариза ҡалдырырға мөмкин.
#ВВПУТИН