Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2020, 11:50

Флюорография үткәрҙеләр

Әбйәлил районының “Яҡты күл” шифаханаһында Саха-Яҡут Республикаһы еренән вахтанан ҡайтыусылар карантинда ята. Әле көндә шифаханала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә 400 урынға иҫәпләнгән обсерватор булдырылған.

Билдәле булыуынса, Әбйәлил районының “Яҡты күл” шифаханаһында Саха-Яҡут Республикаһы еренән вахтанан ҡайтыусылар карантинда ята. Әле көндә шифаханала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә 400 урынға иҫәпләнгән обсерватор булдырылған.
Май байрамдарында Сибай үҙәк дауаханаһы белгесе күсмә флюорограф ярҙамында эшселәргә флюорографик тикшеренеү үткәреүгә булышлыҡ итте. Водитель Илгиз Марат улы Көмөшҡолов йөрөтөп барған күсмә флюорографта рентген лаборанты Фаил Әхәт улы Иҫәнғолов бер нисә тиҫтә кешенең үпкәһе, йөрәге торошон тикшерҙе.
#нацпроекты#миллипроекттар