АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2020, 10:29

Үҙ-үҙеңде изоляциялау режимынан сығабыҙмы?

Был үҙ-үҙеңде изоляциялауҙан бөтөнләй сығыу тигәнде аңлатмай, ҡайһы бер төбәктәрҙә режим киреһенсә нығыныуы ла бар.

Рәсәй президенты В.В.Путин пандемия арҡаһында булдырылған үҙ-үҙеңде изоляциялау режимынан сығыу ҡарарын төбәк етәкселәренә йәкмәтте. “Һәр төбәктә хәл төрлөсә, шуның өсөн хәүеф кимәленә ҡарап, баш санитар табип менән кәңәшләшәкәндән һуң ғына был ҡарарҙы төбәк етәкселәре ҡабул итергә тейеш. Был үҙ-үҙеңде изоляциялауҙан бөтөнләй сығыу тигәнде аңлатмай, ҡайһы бер төбәктәрҙә режим киреһенсә нығыныуы ла бар,”-тине ил башлығы үҙ сығышында.
В.В.Путин 12 майҙан Рәсәй иҡтисадының төп тармағы булған предприятиелар: төҙөлөш, сәнәғәт, ауыл хужалығы, элемтә, энергетика, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу эшмәкәрлеген тергеҙеү өсөн шарттар булдырыу тураһында бойороҡ бирҙе. “Киҙеү ҡурғынысы янаған төбәктәрҙә был эштәрҙе киреһенсә туҡтатып торорға мәжбүр буласаҡбыҙ, был осраҡта ла эш хаҡы тулы кимәлдә түләнәсәк. Төбәктәрҙә ҡабул ителәсәк ҡарар бөгөнгө хәл кимәленә ҡарап ҡабул ителергә тейеш.”
#В.В.ПУТИН
Читайте нас: