Уның маҡсаты – чечен, афған һәм башҡа ҡыҙыу нөктәләрҙә һәләк булған һалдаттарҙың ата-әсәләренә, яҡындарына ярҙам күрһәтеү.
6-7 майҙа отряд ирекмәндәре үҙ автомобилдәрендә Ғафури, Ауырғазы, Иглин, Мәләүез, Стәрлебаш, Нуриман, Баймаҡ, Хәйбулла, Күгәрсен райондары, шулай уҡ Өфө, Күмертау, Салауат, Стәрлетамак ҡалалары буйлап үтеп, ололарға аҙыҡ-түлек йыйылмаһы таратты.
--Ярҙам алыусылар күҙ йәштәре аша ҡаршыланы. Һәм был күҙ йәштәре – шатлыҡтан, уларҙың улдары онотолмағанлығын тойоуҙан. Отряд исеменән район- ҡалаларзың ветерандар советтарына һәм урындағы башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитеттары етәкселәренә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ,-- ти Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мобиль ирекмәндәр отряды етәксеһе Тимерйән Рәжәпов.