Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 10:00

Наҙгөл планшетлы булған

Йылайыр районының Япарһаҙ ауылында йәшәүсе Айгөл һәм Азат Алғушаевтар 5 бала тәрбиәләй. Шуларҙың иң өлкәне генә балиғ булһа, ҡалған дүртәүһе--мәктәп уҡыусылары. Дистанцион уҡыу барышында уларҙың һәр ҡайһыһына гаджет кәрәк. Етмәһә, быйыл 11-се класты тамамлаясаҡ Наҙгөл юғары уҡыу йортона уҡырға инергә хыяллана.

Йылайыр районының Йылайыр ауылы гимназияһының 11-се класынды уҡыусыһы Наҙгөл Алғушаеваға уҡыу йорто етәкселеге “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә планшет тапшырған.
--Изге Рамаҙан айында балабыҙҙы ҡыуандырғанығыҙ, изге эштәрегеҙ өсөн, Республика Башлығы Хәбиров Радий Фәрит улына, планшетты алып килеп тапшырған гимназия директоры Байчурин Айҙар Баязит улына сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Күрһәткән изгелектәрегеҙ меңләтә әйләнеп ҡайтһын! Ҡыҙыбыҙға имен-һау уҡып бөтөп, имтихандарын уңышлы үтергә һәм теләгән белем усағына уҡырға инергә насип булһын!—тип ҡыуана Япарһаҙ ауылында йәшәүсе Айгөл һәм Азат Алғушаевтар. 5 бала тәрбиәләүсе ғаиләлә Наҙгөлдән башҡа тағы 3 уҡыусы бар. Дистанцион уҡыу барышында уларҙың һәр ҡайһыһына гаджет кәрәк. Етмәһә, Наҙгөл 11-се класты бөткәс юғары уҡыу йортона уҡырға инергә хыяллана.
#нацпроекты#миллипроекттар