Президент Владимир Путин Рәсәйҙә транспорт тармағын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә барышында илдә туризмды үҫтереү тураһында ла бәйән итте. Ил башлығы белдереүенсә, беҙгә килгән сәйәхәтселәр ваҡытын файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үткәрһен өсөн туризм өлкәһендә яңы йүнәлештәр асырға, ҡыҙыҡлы маршруттар булдырырға кәрәк. Бының өсөн Рәсәйҙә бар мөмкинселектәр ҙә бар.
Ә быйыл йәйге ял ойошторолормо? Коронавирус киҙеүе еңелһә, һис шикһеҙ, ялдар ҙа, байрамдар ҙа уҙғарылыр, тип ышанғы килә.