Йылайыр районының Юлдыбай ауыл биләмәһенә ҡараған төбәктәрҙә май байрамдарында “Экология” милли проекты сиктәрендә өмәләр үтте. Зауыҡлы биләмәләр йылында Воскресенское ауылы халҡы 2 ҡоҙоҡто, автобус туҡталышынан алып ихаталарға ҡәҙәр арауыҡты сүп-сарҙан таҙартты. Депутат А.Л.Маркин экологик өмәлә ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт белдерә.
Юлдыбайҙар иһә урам араларынан ҡый-һай сығарғандан һуң Аҡташ тауында әллә ҡайҙан күренеп торған Юлдыбай яҙыуын, Ете ырыу стелаһын буяны. Күмәк сараны Ғәлим Әбүбәкеров ойошторған.
#нацпроекты#миллипроекттар